8 Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.
Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә – ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын.
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
Күңеле яҡшыны Раббы хуп күрер, мәкерле кеше Уның хөкөмөнә тарыр.
шул саҡ үҙең дә Алла һәм кеше күҙендә мәрхәмәт табып, хөрмәт ҡаҙанырһың.
Мине тапҡан кеше йәшәү таба, Раббының илтифатын ҡаҙана.
Раббы былай ти: «Ҡылыстан иҫән ҡалған Исраил халҡы Сүлдә мәрхәмәтемде ҡаҙанды. Мин Исраилды рәхәткә сығарырмын».
араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –
Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.
Фәрештә һүҙен дауам итте: – Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте.
Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ.
Алла Дауытты яҡын күргән, һәм Дауыт, Яҡуп Аллаһы өсөн торлаҡ һалырға тип, Унан рөхсәт һораған.
Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.
Эшләгән кешегә түләнгән хаҡ – бүләк түгел, ә тейешле хеҙмәт хаҡы.
Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.
Әммә әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миңә күрһәтеп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн саҡырып алған. Тик мин бер кеше менән дә кәңәшләшмәйенсә
Ҡиәмәт көнөндә ул Раббы ярҙамы менән Раббының шәфҡәтен алһын. Уның Эфеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.
Алла тарафынан бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде.
беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.
Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.
Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.
Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.