Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 6:5 - Изге Яҙма

5 Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 6:5
24 Iomraidhean Croise  

Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы?


Һин дә тотмаҡсыһыңмы залимдар һалған иҫке юлды?


Зиф кешеләре килеп Шаулға: «Дауыт беҙҙең яҡтарҙа ҡасып ята», – тип әйткәндән һуң сығарылған.


маҡсаты яманлыҡ булған йөрәк, яуызлыҡҡа ашығыусы аяҡ,


Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған.


Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, Исраил халҡының аҡһаҡалдары һәр береһе үҙҙәренең ҡараңғы бүлмәләрендә үҙҙәренең боттары алдында нимә эшләгәнен күрәһеңме? – тине. – Улар: «Раббы беҙҙе күрмәй. Раббы илде ташланы», – тиҙәр.


Алла миңә: – Эскә ин дә улар бында ҡылған ерәнгес эштәрҙе күр, – тине.


Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.


Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ.


Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan