Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 5:1 - Изге Яҙма

1 Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып бар ҡылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып яратты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып бар ҡылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 5:1
15 Iomraidhean Croise  

Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре. Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы.


Күк һәм ер яратылышы бына шулай. Раббы Алла ер менән күкте яратҡанда,


Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө.


Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот.


Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған.


Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.


Шулай итеп, ир кеше башына кейергә тейеш түгел, сөнки ул – Алла һыны һәм даны, ә ҡатын – ирҙең даны.


Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


һәм Аллаға оҡшатып яратылған, ысын мәғәнәһендә тәҡүә һәм изге булыр өсөн, яңы кеше булып кейенегеҙ.


һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кеше үҙен яратҡан Аллаға оҡшап үҙгәреп тора һәм Уны ысынлап танып белеүгә табан ынтыла.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan