Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 49:8 - Изге Яҙма

8 Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 49:8
38 Iomraidhean Croise  

Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!


Лиә йәнә ауырға ҡалды – тағы ул тапты. – Инде Раббыға рәхмәттәр уҡыйым! – тине ул һәм улына Йәһүҙә тип исем ҡушты. Шунан ул бала табыуҙан туҡтаны.


Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.


Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах. Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.


Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.


Йоав батшаға халыҡтың иҫәбен еткерҙе. Ҡулына ҡылыс тоторлоҡ көслө ир-егеттәр Исраилда һигеҙ йөҙ мең, ә Йәһүҙәлә биш йөҙ мең кеше булып сыҡты.


Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне.


Тик шулай ҙа, Исраил Аллаһы Раббы атайымдың нәҫеленән нәҡ мине Исраил өҫтөнән мәңгегә батша булыр өсөн һайланы. Бөтә ырыуҙар араһынан Ул Йәһүҙәне баш ырыу итте, Йәһүҙә ырыуынан минең атайымдың нәҫелен һайланы, атайымдың йортонан мине бар Исраилға батша итеп ҡуйыуҙы хуш күрҙе.


Туғандары араһында Йәһүҙә иң көслөһө була, юлбашсы ла уның тоҡомонан сыға, әммә баш бала булыу хоҡуғы Йософҡа бирелә.


Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.


Бөтә йәһүҙиҙәр менән бинйәминдәрҙе, улар менән бергә йәшәргә тип күсеп килгән әфраимдарҙы, менашшеларҙы һәм шимғондарҙы саҡыра – Аллаһы Раббы Аса менән икәнлеген күргәс, исраилдарҙың күбеһе уның яғына сыҡҡан була.


Ул Йәһүҙәнең бөтә нығытылған ҡалаларына ғәскәрҙәр ҡуя, Йәһүҙә еренә, атаһы Аса яулап алған Әфраим ҡалаларына һаҡсы ғәскәрҙәр урынлаштыра.


Шулай ҙа Ашер, Менашше һәм Зевулун ырыуҙарының ҡайһы берәүҙәре күнеп, Йәрүсәлимгә килә.


Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде.


Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине.


Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле.


Йәһүҙә нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы етмеш алты мең биш йөҙ кеше булды.


Муса Йәһүҙә хаҡында былай тине: – Эй Раббым, Йәһүҙәнең тауышын ишет, Уны үҙенең халҡына кире ҡайтар. Үҙ ҡулдары менән ул үҙен яҡлай, Дошмандарына ҡаршы Һин ярҙамсы бул.


Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә.


Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә ҡаһиндар хаҡында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.


Был батшаларҙы алып килгәс, Йушағ бөтә исраилдарҙы йыйҙы һәм үҙе менән яуға барған һуғышсыларҙың башлыҡтарына: – Бында килегеҙ һәм аяғығыҙҙы был батшаларҙың муйындарына ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо. Тегеләр килеп батшаларҙың муйындарына баҫты.


Бына нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуының биләмә ерҙәре:


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.


Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan