Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 48:7 - Изге Яҙма

7 – Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында ерләнем. (Әфраҫа хәҙер «Бейт-Ләхәм» тип атала.)

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 – Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында, йәғни Бейт-Ләхәмдә ерләнем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 – Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында ерләнем. (Әфраҫа хәҙер «Бейт-Ләхәм» тип атала.)

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 48:7
13 Iomraidhean Croise  

Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.


Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.


Яҡуп уның ҡәбере өҫтөнә таш бағана ҡуйҙы. Был таш Рәхиләнең ҡәбере өҫтөндә әлегәсә тора.


Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә


Ә уларҙан һуң тыуған балалар – һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


«Рама ҡалаһында көслө бер тауыш – иңрәп, һыҡтап илау ишетелә: балалары өсөн Рәхилә илай был. Үҙен йыуатыуҙарын һис теләмәй, сөнки балалары юҡтар инде».


Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.


Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.


Бөгөн, минән киткәндән һуң, Бинйәмин ерендәге Селсахта, Рәхилә ҡәбере эргәһендә, ике кешене осратырһың. Улар һиңә: «Эҙләп сыҡҡан ишәктәрең табылды. Атайың инде ишәктәрҙе уйламай, улыма ни булды икән, тип һинең өсөн хәүефләнә», – тип әйтер.


Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.


Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan