Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 48:4 - Изге Яҙма

4 «Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелек милек итеп һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 «Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелеккә һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 «Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелек милек итеп һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 48:4
20 Iomraidhean Croise  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.


Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.


Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.


Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.


Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.


Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын.


Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда, Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan