Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 48:15 - Изге Яҙма

15 Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 48:15
39 Iomraidhean Croise  

Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Ул һыуын тиҙ генә мал һуғара торған ялғашҡа ҡойҙо ла яңынан ҡоҙоҡҡа йүгерҙе – дөйәләрҙең бөтәһен дә һуғарып бөткәнсе шулай һыу ташыны ла ташыны.


Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың.


Яҡуп яҡын килеп атаһын үпте, кейеменән сыҡҡан еҫте һиҙеп, Исхаҡ уны ошо һүҙҙәр менән бәхилләне: – Улым еҫе – Раббы фатихалаған яландар еҫе,


Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә фатихамды бирермен.


Яҡуп шундай нәҙер әйтте: – Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, икмәк һәм кейем бирһә,


Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.


Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны.


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Йософтоң булмышы – емешле йөҙөмдөр, Инеш буйында үҫкән емешле ағастыр. Ботаҡтары диуарҙар өҫтөнән ашыр.


Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм көтөүсеһе.


Исраил нәҫеленең ун ике ырыуы бына шулар. Аталары уларҙы мөбәрәк ҡылып ошо һүҙҙәрҙе әйтте һәм һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе.


Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө.


Сөләймән Уға: – Һин атайым Дауытҡа, Үҙеңдең ҡолоңа, Һиңә тоғро булғаны, ихлас күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәне өсөн бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, – тип яуап ҡайтарҙы. – Уны Үҙеңдең оло мәрхәмәтеңдән ҡалдырмай, бөгөн тәхетендә ултыртыр өсөн бер ул бирҙең.


Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай.


Күҙ алмаңдай һаҡла мине; Ҡанатың аҫтына йәшер


Дауыттың мәҙхиәһе. Раббыныҡы ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә, Раббыныҡы йыһан һәм ундағы бар тереклек.


Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.


Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.


– Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы.


Ҡояш аҫтында шундай бер яман фажиғә күрҙем мин: йыйылған байлыҡ хужаһына зыян килтерә.


Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.


Кеше бер тамағы хаҡына эшләй ҙә эшләй, ләкин нәфсеһе бер ҡасан да туймай.


Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ.


Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.


Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Мәсихтә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ.


Үҙ батшалығына һәм дан-шөһрәтенә саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.


Яҡуп үлер алдынан Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan