Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 47:6 - Изге Яҙма

6 Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 47:6
24 Iomraidhean Croise  

Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.


Бына бөтә ер һинең алдыңда. Әйҙә, айырылайыҡ: әгәр һин һулға китһәң, мин уңға китермен. Һин уңға йүнәлһәң, мин һулға ҡайырылырмын.


– Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, – тине.


Бергәләшеп татыу йәшәйек. Илебеҙ күҙ алдығыҙҙа – ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда төйәкләнегеҙ, ер биләй алаһығыҙ.


Һин Гошен ерендә төйәкләнерһең, улдарың, улдарыңдың балалары, көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән бергә минең эргәмдә генә булырһың.


былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.


Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысырҙың иң яҡшы еренә, Рағмесес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе.


– Көмөшөгөҙ бөтһә, – тине Йософ, – мал килтерегеҙ, икмәкте малға алыштырырмын.


Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.


Фирғәүен Йософҡа: – Атайың менән туғандарың яныңа килгән, – тине. –


Яровғам иһә ифрат ҡаһарман булыуы менән танылғайны. Сөләймән был йәш егеттең булдыҡлылығын күреп, Йософ ырыуының бөтә мәжбүри эштәрҙе башҡарыусыларына етәксе итеп тәғәйенләне.


Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.


Ә һин халыҡ араһынан һәләтле, Алланан ҡурҡҡан, дөрөҫлөккә хилафлыҡ ҡылмай торған, һатылмаҫ кешеләрҙе һайлап ал да башлыҡ итеп ҡуй: ҡайһыһын – мең башы, ҡайһыһын – йөҙ башы, ҡайһыһын – илле башы, ҡайһыһын ун башы ит.


Исраил халҡы араһынан һәләтле кешеләрҙе һайлап алып, уларҙы мең баштары, йөҙ баштары, илле баштары, ун баштары итеп ҡуйҙы.


Муса менән Һарун, берәр ус көл алып, фирғәүен алдына килеп баҫты. Мусаның көлдө күккә һибеүе булды – кешеләрҙең, мал-тыуарҙың тәнен эренле шеш баҫты.


Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар ҡолдарын һәм малдарын яланда ҡалдырҙы.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.


Бөгөн һине ҡулыңдағы бығауҙарҙан азат итәм. Әгәр минең менән Бабилға барғың килһә, бар, һинең хаҡта ҡайғыртырмын. Әммә минең менән Бабилға барғың килмәһә, ҡал. Бына, бөтә ер алдыңда ята, ҡайҙа теләйһең, ҡайҙа дөрөҫ тип һанайһың, шунда бар.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan