Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 47:29 - Изге Яҙма

29 Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

29 Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 47:29
28 Iomraidhean Croise  

Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,


Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: һеҙҙең хужама мәрхәмәт һәм тоғролоҡ күрһәтергә теләгегеҙ бармы-юҡмы? Мин дә үҙемә нимә эшләргә кәрәклеген беләйем.


Исхаҡ былай тине: – Мин ҡартайҙым инде, күпме йәшәрмен – белмәйем.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.


Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.


Яҡуптың улдары аталарының ихтыярын үтәне:


Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғәүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.


Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай.


Ғасаһилды Бейт-Ләхәмдә атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Шунан Йоав үҙенең кешеләре менән төнө буйы барып, таң атҡанда ғына Хевронға ҡайтып инде.


Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.


Әжәле яҡынлашҡас, Дауыт батша улы Сөләймәнгә былай тип васыят әйтте:


Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.


Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.


Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо – Ауыр хеҙмәт түгелме ни? Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме?


«Тыңла, халҡым, Мин һөйләйем! Һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылам, Исраил. Мин Алламын, һинең Аллаң!


Ҡураңдан бер баш үгеҙ, Аҙбарыңдан бер кәзә тәкәһе лә алмайым.


Борол миңә, Раббы, ҡотҡар мине! Тоғро мөхәббәтең хаҡына ярҙам итсе.


Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.


Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.


Иман аша Йософ ғүмеренең һуңғы көндәрендә Исраил халҡының Мысырҙан сығасағы тураһында һөйләне һәм үҙ һөйәктәрен нимә эшләтергә икәнлеген әйтте.


Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,


Ирҙәр иһә: – Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы.


Тиҙҙән мин һәр кемде көткән юлға китермен. Һеҙ барығыҙ ҙа бөтә йөрәгегеҙ һәм булмышығыҙ менән беләһегеҙ: Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән яҡшы вәғәҙәләрҙең береһен дә үтәмәй ҡалманы.


Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan