Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 46:3 - Изге Яҙма

3 Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 46:3
24 Iomraidhean Croise  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Раббы Ибрамға былай тине: – Шуны бел: һинең тоҡомоң сит бер илдә килмешәк булып йәшәр. Дүрт йөҙ йыл ҡол булып, йәбер-золом күрер.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.


Ләкин Исраил халҡын ни хәтлем нығыраҡ ғазаплаһалар, улар шул тиклем тиҙерәк ишәйҙе. Шуға ла мысырҙар уларҙан ҡурҡа башланы


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр.


Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.


Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын, Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған.


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ.


Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Аллаң Раббы күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan