Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 43:29 - Изге Яҙма

29 Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

29 Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 43:29
22 Iomraidhean Croise  

Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.


Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, шымсы түгел.


– Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.


Һин иһә беҙ ҡолдарыңа: «Уны яныма алып килегеҙ, үҙ күҙҙәрем менән күрәйем», – тинең.


Һеҙ түгел – Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире – уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.


Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.


Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла, Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә.


Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр.


Эй Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Сион халҡы, Һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ! Һыҡтаған сағығыҙҙа Ул һеҙгә мәрхәмәтен мотлаҡ ҡылыр. Тауышығыҙҙы ишетеү менән яуап бирер.


Йә Раббы! Һин беҙгә мәрхәмәтле бул, Сөнки бөтә өмөтөбөҙ Һиндә. Һәр иртә беҙҙең ҡеүәтебеҙ бул, Ауыр саҡта ҡотҡарыусыбыҙ бул!


Бына хәҙер: «Беҙгә ҡарата мәрхәмәтле булһын Алла!» – тип Алланан яҡшы мөнәсәбәт һорап ҡара. Һеҙ шундай ҡорбандар килтергәндән һуң, Ул һеҙгә нисек яҡшы мөнәсәбәттә була алһын? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Раббы Үҙенең яҡты йөҙө менән балҡытһын, Һиңә мәрхәмәтле булһын!


Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.


Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп: – Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине. Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде.


Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде. – Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. –


ысын имандаш улым Тимоҫеусҡа сәләм. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.


– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan