Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 41:43 - Изге Яҙма

43 Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

43 Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

43 Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 41:43
16 Iomraidhean Croise  

Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.


– Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, – тине ул Йософҡа. – Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һис кем һинһеҙ ҡулын да, аяғын да ҡыбырҙатмаҫ.


– Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе был илгә шымсылыҡ итергә килгән тип уйланы.


Ә ул ил менән идара иткән кеше беҙгә былай тине: «Мин һеҙҙең намыҫлы кешеләрме, әллә юҡмы икәнегеҙҙе тикшерәм: берегеҙ бында ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтып бирегеҙ ҙә


Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.


– Йософ тере, – тине улар Яҡупҡа, – хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә. Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: уларға ышана алманы.


Һеҙ түгел – Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире – уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.


Шунан туғандары килеп, уның алдында ергә ҡапланды: – Бына беҙ һинең ҡолдарың! – тинеләр.


Улар менән бергә атлылар һәм арбалылар ҙа юлға сыҡты, шуға күрә ҙур бер төркөм булып барҙылар.


Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды.


Батша бойороғона күрә батша һарайының ҡапҡаһы янында булған барлыҡ һарай әһелдәре Һаман алдында теҙ сүгеп, йөҙҙәре менән ергә ҡапланыр ине. Ә Мордехай теҙ ҙә сүкмәне, йөҙтүбән ергә лә ҡапланманы.


Ул егет был батшалыҡта ярлы булып тыуһа ла, зиндандан сығып, тәхеткә ултырҙы.


Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне.


уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған.


Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтәһе лә теҙләнһен,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan