Башланмыш 41:42 - Изге Яҙма42 Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты. Faic an caibideilБашкирский ВЗ (неполный)42 Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты. Faic an caibideilИзге Яҙма42 Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты. Faic an caibideil |
Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды.
Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.