Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 41:30 - Изге Яҙма

30 ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

30 ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

30 ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 41:30
15 Iomraidhean Croise  

Һимеҙ һыйырҙар уларҙың ҡорһаҡтарына инеп юғалһа ла, теге һыйырҙар элеккесә арыҡ көйө ҡалды. Мин уянып киттем.


Ә улар артынан сыҡҡан арыҡ һәм насар ете һыйыр – был тағы ете йыл. Ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ та шуны уҡ – ете йылға һуҙыласаҡ аслыҡты аңлата.


ә элекке муллыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ – йотлоҡ шундай көслө буласаҡ.


Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине.


Йософ юрағанса, ете йыллыҡ аслыҡ башланды. Был аслыҡ башҡа илдәрҙе лә солғап алды, ә Мысырҙа иген күп ине.


Бөтә ерҙә аслыҡ ине. Йософ, иген бураларын асып, Мысыр халҡына иген һатырға тотондо. Мысырҙа йотлоҡ көсәйә барҙы.


Ул арала ҡытлыҡ шул тиклем көсәйҙе, бөтә илдәрҙә икмәктең әҫәре лә ҡалманы. Мысыр менән Ҡәнғән ере тамам бөлдө.


Ғад Дауытҡа килеп: – Илеңдә ете йыл аслыҡ булһынмы, әллә өс ай буйына дошмандарың эҙәрләп, уларҙан ҡасып йөрөйһөңмө, йәки илеңдә өс көнгә үләт таралһынмы? Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерҙе.


Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне.


Улар тупламда Муса менән Һарундан, Раббының изге ҡаһинынан, көнләштеләр,


эсер ҙә ярлылығын онотор, күңел ғазаптарын иҫкә алмаҫ.


Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Хәсрәт күҙ алдымдан юҡҡа сығыр».


Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине,


Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған. Ямғыр яумауын теләп, ул тырышып доға ҡылған, һәм ергә өс йыл ярым ямғыр яумаған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan