Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 41:25 - Изге Яҙма

25 Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 41:25
18 Iomraidhean Croise  

Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.


– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.


Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та шулай уҡ ете йыл. Йәғни быларҙың икеһенең дә мәғәнәһе бер.


Бына шуның өсөн Алла фирғәүенгә күрәсәген белдерә тип әйткәйнем.


Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ, тигәнде аңлата.


Сионда Раббы бөйөк, Ул бөтә халыҡтарҙан да өҫтөн.


Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың.


Бөтә ҡәүемдәр бергә тупланһын, Өмәттәр бергә йыйылһын! Араларынан кем элек булғандарҙы әйтеп биргән? Әле булмағандарҙы алдан белдергән? Шаһиттарын саҡырһын, хаҡлығын иҫбатлаһын, Аҡланһындар, уларҙы тыңлап, Башҡалар ишетеп: „Был дөрөҫ!“ – тип әйтһен».


Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таштың, кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең. Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уның юралышы ла дөрөҫ.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.


һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan