Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 40:20 - Изге Яҙма

20 Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 40:20
14 Iomraidhean Croise  

Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.


Өс көн үтер – фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп, шараплы туҫтаҡты уның ҡулына тоттороп торорһоң.


Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.


Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме етенсе көнөндә Әуил-Меродах, мәрхәмәт күрһәтеп, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинды зиндандан азат итте.


батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында үҙенең вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо. Фарсы һәм Мадайҙың ғәскәр башлыҡтары, юғары ҡатлам кешеләре, өлкә башлыҡтары батша мәжлесенә йыйылды.


Шунан һуң Әйүп, һүҙ башлап, үҙе донъяға килгән көндө ҡәһәрләне.


Улар Хоревта бер үгеҙ башмаҡ һыны яһанылар, Шул ҡойолған ботҡа табындылар.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме бишенсе көнөндә Әуил-Меродах, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинға мәрхәмәт күрһәтеп, зиндандан азат итте.


Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны,


Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән.


Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan