Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 37:35 - Изге Яҙма

35 Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

35 Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

35 Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 37:35
18 Iomraidhean Croise  

Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды.


Лаван Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе: – Был ҡатындар – минең ҡыҙҙарым, балалар – минең ейәндәрем, мал – минең малым. Бында һинең күҙ алдыңдағы бөтә нәмә – минеке. Ҡыҙҙарымды, ейәндәремде ҡыйырһыта буламмы ни?


Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды һәм ата-бабаларына ҡушылды. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне.


Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ,


– Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!


ул былай тине: – Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем!


Йософҡа: – Һинең йөҙөңдө күрергә лә өмөтөм юҡ ине, бына Алла балаларыңды ла күрергә насип итте, – тине.


Уны ерҙән торғоҙорға тип, нәҫел-ырыуындағы аҡһаҡалдар килде. Әммә ул торманы, улар менән ашап-эсмәне.


Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ.


Йоавҡа: «Батша Авшалом өсөн ҡайғырып йәш түгә», – тип хәбәр иттеләр.


Аталары Әфраим бик оҙаҡ йәш түгә, туғандары килеп уны йыуатып йөрөй.


Әйүптең башына төшкән бөтә был бәлә-ҡазалар тураһында уның өс дуҫы – Темандан Әлифаз, Шуахтан Билдад, Нағаманан Софар – ишеттеләр ҙә йәшәгән урындарынан юлға сығып, бер урында осраштылар. Улар Әйүптең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән уны күрмәксе булдылар.


Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.


Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе, Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен


Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan