Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 37:18 - Изге Яҙма

18 Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 37:18
19 Iomraidhean Croise  

Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»


– Ана, беҙҙең төш күреүсе килә! – тиештеләр.


Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?»


Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!


Сатырҙарында зарланыштылар, Раббының әйткәндәрен тыңламанылар.


Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: «Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине.


Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты, Яҡындарым минән йыраҡлашты.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.


Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте.


Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan