Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 36:15 - Изге Яҙма

15 Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Әлифаздың нәҫел-нәсәбе: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Ҡыназ тармағы;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Әлифаздың нәҫел-нәсәбенән: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Ҡыназ тармағы;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Әлифаздың нәҫел-нәсәбе: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Ҡыназ тармағы;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 36:15
19 Iomraidhean Croise  

Сивғондың улы Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан Ғаяздың Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах исемле улдары тыуҙы.


Ҡорах тармағы, Ғағтам тармағы, Ғәмәлек тармағы. Был – Әлифаздан таралған тармаҡтар, Ғаданың нәҫел-нәсәбе, улар Эдом ерендә йәшәй.


Ғаяздың Оһоливаманан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе: Йеғуш тармағы, Яғлам тармағы һәм Ҡорах тармағы. Былар – Ғаяздың ҡатыны, Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан тыуған балаларҙан таралған тармаҡтар.


Ғаяздың ҡатындарының Ғада исемлеһенән Әлифаз, Басмаҫтан – Реғуил,


Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була.


Әйүптең башына төшкән бөтә был бәлә-ҡазалар тураһында уның өс дуҫы – Темандан Әлифаз, Шуахтан Билдад, Нағаманан Софар – ишеттеләр ҙә йәшәгән урындарынан юлға сығып, бер урында осраштылар. Улар Әйүптең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән уны күрмәксе булдылар.


Уларҙың балалары һәр саҡ эргәләрендә, Нәҫелдәре күҙ алдында.


Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы:


Эдом башлыҡтары өрктө-боҫто, Моавтың юлбашсылары ҡалтырашты, Ҡәнғәниҙәрҙең ҡото ботҡа төштө.


Шуға күрә Раббының Эдомға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ, Теманда йәшәүселәргә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр: көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Эдомдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.


Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?


Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ.


Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»


Эй Теман, ҡаһарман яугирҙәрең ҡалтырап төшөр, Ғаяз тауындағылар барыһы ҡырылып бөтөр!


Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan