Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 35:9 - Изге Яҙма

9 Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 35:9
17 Iomraidhean Croise  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Мамре имәнлеге янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.


Раббы Исхаҡҡа күренеп: – Барма Мысырға, – тине. – Мин күрһәткән ерҙә йәшә.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.


Яҡуп үҙ юлы менән китте һәм уны Алланың фәрештәләре ҡаршы алды.


Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.


Раббы миңә алыҫтан күренеп былай тине: «Мин һине яратам, Исраил, Минең һөйөүем мәңгелек, Шуға күрә һиңә тоғро булып ҡалам.


Алла фәрештәһе менән көрәшеп еңде, Йәш түгеп фатиха ялбарҙы! Бейт-Илдә Алла менән осрашты, Унда Алла беҙҙең менән һөйләште.


Раббы – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы – Уның исеме – Раббы.


– Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип башланы һүҙен Стефанус. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харан ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға шөһрәтле Алла күренгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan