Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 35:11 - Изге Яҙма

11 Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 35:11
30 Iomraidhean Croise  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.


– Һинең менән төҙөгән килешеүем шул: һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың.


Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!


Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар:


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.


Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.


Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ!


Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы, Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек!


Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».


Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.


Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө.


Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла» исеме менән күрендем, ләкин уларға Үҙемдең «Раббы» исемем менән асылманым.


шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan