Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 34:7 - Изге Яҙма

7 Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 34:7
27 Iomraidhean Croise  

Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.


Шәхәмдең атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде.


Хамор уларға былай тине: – Улым Шәхәм ҡыҙығыҙға ғашиҡ булған. Зинһар, уны уға ҡатын итеп бирегеҙ!


улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен – барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул.


Дауыт батша, был хәл тураһында ишеткәс, бик ныҡ асыуланды.


Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә, Биләмәңә Һинең золом ҡыла.


бер ҡатлы йәштәр төркөмө араһында иҫәр бер егет күҙгә салынды.


Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы.


Әгәр ҙә бөтә Исраил йәмғиәте белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, халыҡ, үҙенең гонаһ ҡылғанлығын белмәһә лә, ғәйепле һанала.


– Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш.


Әгәр ҙә ил халҡы араһынан берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була.


Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек – бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды.


Фәхештән ҡасығыҙ. Кеше эшләгән башҡа бөтә гонаһтар – тәндән тышта, ә фәхешлек иткән әҙәм үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла.


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Әгәр хәбәр дөрөҫ булып сыҡһа, ҡыҙҙың ғиффәтле булыуын иҫбатлаусы дәлил табылмаһа,


ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.


Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм, ялҡаулыҡтан тыш, ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел.


Әгәр берәйһендә харам ҡылынырға тейешле әйберҙәр барлығы асыҡланһа, ул кеше бөтә мал-мөлкәте менән утта яндырыласаҡ, сөнки ул Раббы менән килешеүҙе боҙған һәм Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған».


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Исраил ерендә оят, әшәке эш ҡылынды! Шуның өсөн мин йәриәмде киҫәктәргә бүлгесләнем дә Исраилдың бөтә биләмәләренә ебәрҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan