Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 31:48 - Изге Яҙма

48 Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

48 Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

48 Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 31:48
10 Iomraidhean Croise  

– Ошо ете һарыҡты был ҡоҙоҡтоң минеке булыу билдәһе итеп ҡабул ит, – тип яуап бирҙе Ибраһим. – Уны мин ҡаҙыным.


Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте.


Арнон үҙәненең сигендә урынлашҡан Ғароғерҙан һәм шул үҙәндәге башҡа бер ҡаланан алып, Ғилғәдкә тиклемге арала булған бер ҡәлғәнең дә диуарҙары беҙ менә алмаҫтай бейек булманы. Аллабыҙ Раббы барыһын да беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы.


Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына Ғилғәдтән Арнон үҙәненә тиклем һуҙылған ерҙәрҙе бирҙем. Бер яҡтан уның сиге Арнон үҙәненең уртаһынан үтә, ә ғаммондар менән сиктәре иһә Яббоҡ йылғаһы ине.


Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ.


Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ.


Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары был ҡорбан усағына исем биреп: «Раббы – беҙҙең Аллабыҙ. Был ҡорбан усағы һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә шуны раҫлаусы шаһит булһын», – тинеләр.


һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ.


Унан һуң Ғилғәдтән Яир исемле кеше егерме ике йыл Исраил хакимы булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan