Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 31:41 - Изге Яҙма

41 Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

41 Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

41 Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 31:41
12 Iomraidhean Croise  

Ағайыңдың ярһыуы ҡайтҡансы, уның һиңә булған асыуы бөтөп, һинең был ҡылығыңды онотҡансы, шунда йәшәп тор. Һуңынан кеше ебәртеп, һине унан алдыртырмын. Юғиһә мин бер көндә икегеҙҙән дә тороп ҡалырмын бит.


Лаван уға: – Туғаным булғас та, һин миңә бушҡа эшләмәҫһең бит инде? – тине. – Нимә менән түләргә икәнлеген әйт.


Әжеренә нимә һораһаң да бирермен.


Һиңә егерме йыл эшләнем, мин барҙа бер кәзәң дә, бер һарығың да бәрәс һалманы. Хатта көтөүеңдәге бер һарыҡ тәкәһен дә һуйып ашаманым.


Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым.


Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: атайығыҙға арымай-талмай хеҙмәт иттем,


ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы.


уға шуны еткерергә ҡушты: – Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын: «Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда йәшәне.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙар һөжүменә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә, ялған имандаштар араһында ла хәүеф һағаланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan