Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 31:36 - Изге Яҙма

36 Яҡуп, бик ныҡ асыуланып, Лаванды ғәйепләй башланы. – Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

36 Яҡуп бик ныҡ асыуланып Лаванды ғәйепләй башланы. – Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

36 Яҡуп, бик ныҡ асыуланып, Лаванды ғәйепләй башланы. – Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 31:36
14 Iomraidhean Croise  

Әммә Яҡуп асыуланып: – Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? – тип яуап бирҙе.


Рәхилә уға: – Асыуланма, атай, мин ҡатын-ҡыҙ ауырыуы менән ауырығанлыҡтан, тора алмайым, – тине. Лаван бөтә ерҙә эҙләһә лә, бер ни ҙә тапманы.


Бөтә әйберемде аҡтарып ҡарап сыҡтың – нимәңде таптың? Күрһәт, әйҙә, үҙеңдең дә, минең дә туғандарым алдында – хөкөм итһендәр беҙҙе.


Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине.


Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын, Сөнки улар үтә рәхимһеҙ. Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына, Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ! Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен, Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!


Алла бәндәһе Ильясиғин: – Биш-алты тапҡыр һуғырға кәрәк ине. Ул саҡта арамиҙарҙы тотош еңгән булыр инең. Хәҙер уларҙы өс тапҡыр ғына еңәсәкһең, – тип асыуланды.


Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным.


Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.


Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.


Халыҡ Мусаны былай тип ғәйепләне: – Уф, беҙ ҙә теге саҡта, туғандарыбыҙ һымаҡ, Раббы ҡаршыһында үлгән булһаҡсы!


Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.


Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.


– Ниңә уны үлтерергә? Ни эшләгән ул? – тип ҡаршы төштө Йонаҫан атаһы Шаулға.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan