Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 31:24 - Изге Яҙма

24 Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

24 Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 31:24
28 Iomraidhean Croise  

Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


– Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым.


Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.


Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Беҫуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине.


Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел буйлы, ала йәки сыбар, имеш, тип төш күргәйнем.


Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин.


Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте.


Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде. Яҡуп, Ғилғәд тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән бергә шунда сатырҙарын ҡорҙо.


Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!» – тине.


Әгәр ҙә мәгәр атамдың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.


ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы.


Бына бер көндө Мысыр батшаһының зинданда тотҡон булып ултырған шарап ҡойоусыһы менән икмәксеһе төш күрҙе. Икеһенең төшө ике төрлө, мәғәнәләре лә төрлөсә ине.


Ике йыл үткәндән һуң, фирғәүен бер төш күрҙе: имеш, ул Нил йылғаһы ярында тора,


Авшалом иһә Амнонға яҡшынан да, ямандан да бер ни ҙә әйтмәне, әммә һеңлеһе Тамарҙы көсләгән өсөн Амнонға нәфрәте сикһеҙ ине.


Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.


Шул саҡ ул кешенең тәне үҫмер сағындағылай яңырыр, Ул ҡабаттан йәшлек дәүеренә ҡайтыр.


Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.


Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне, Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне – Мал көткәйне.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Алла төндә Билғам эргәһенә килде лә былай тине: – Был кешеләр һине саҡырырға килгән икән, тор ҙа улар менән бар, тик Мин һиңә нимә ҡушһам, шуны ғына эшлә.


Раббы фәрештәһе бынан да тарыраҡ урынға барып баҫты, унан уңға ла, һулға ла тайшанырлыҡ түгел ине.


Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan