Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 3:10 - Изге Яҙма

10 – Баҡсала тауышыңды ишеттем дә, яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 – Баҡсала тауышыңды ишеттем дә яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 – Баҡсала тауышыңды ишеттем дә, яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 3:10
17 Iomraidhean Croise  

Әҙәм дә, ҡатыны ла шәрә ине, әммә улар бынан оялманы.


– Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? – тип һораны Раббы Алла. – Мин ашамаҫҡа ҡушҡан ағастың емешен ашаныңмы әллә?


Икеһенең дә күҙҙәре асылды һәм үҙҙәренең яланғас булғандарын аңланылар. Шуға күрә инжир япраҡтарынан алъяпҡыс әтмәлләп алдылар.


Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.


Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?


Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.


– Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ.


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Муса халыҡтың бәйҙән ысҡынғанын, Һарундың дошмандар алдында көлкөгә ҡалыуға юл ҡуйғанын күрҙе.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер. Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын».


Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы?


Тик беҙгә хәҙер ниңә үлергә? Был бөйөк ут беҙҙе ялмап юҡ итәсәк. Әгәр беҙ Аллабыҙ Раббының тауышын тағы ишетһәк, үләсәкбеҙ.


сөнки, әгәр йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләһә, Алла беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм Ул бөтәһен дә белә.


«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan