Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 29:32 - Изге Яҙма

32 Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

32 Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 29:32
24 Iomraidhean Croise  

Раббы фәрештәһе уға тағы шуны әйтте: – Әле һин ауырлыһың, улың булыр. Уға Исмәғил тип исем ҡушырһың, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы Үҙе ишетте.


Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.


Әгәр ҙә мәгәр атамдың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.


Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.


Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.


Рәүвән боролоп соҡор янына килде, үрелеп ҡараһа – Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы.


Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.


Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе, ишәген ашатам, тип тоҡ ауыҙын сискәйне, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды.


Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.


Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Рәүвән биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Әфраим ерҙәре менән сиктәш булыр.


Бына һеҙгә ярҙам итәһе кешеләрҙең исемдәре: Рәүвәндән – Шедеур улы Әлисур;


– Раббы быны минең турала хәстәрлек күреп эшләне, кешеләр алдындағы хурлығымды юйҙы, – тине ул.


Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.


Ә былары ләғнәт әйтеү өсөн Ғевал тауында торорға тейеш: Рәүвән, Ғад, Ашер, Зевулун, Дан, Нафтали.


Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.


Ханна ауырға ҡалды һәм, мәле еткәс, ир бала тапты. «Мин уны Раббынан һорап алдым», – тип, Шемуил тигән исем ҡушты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan