Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 29:31 - Изге Яҙма

31 Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

31 Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 29:31
26 Iomraidhean Croise  

Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы.


Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине.


Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.


Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.


Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»


Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне.


Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.


Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе.


Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.


Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Ғаязды иһә күрә алманым. Уның тауҙарын бушлыҡҡа әйләндерҙем, биләмәһен сүл бүреләренә бирҙем.


Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Әлисабеттың түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы. Улар икеһе лә оло йәштә ине инде.


– Яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Минән нығыраҡ ярата икән, ул шәкертем була алмай.


Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.


Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ – Яҡупты, ә Яҡуп киләсәктә ун ике ырыу башлығы булып киткән үҙ улдарын сөннәтләгән.


Әгәр берәй кешенең ике ҡатыны булһа һәм береһен яратып, икенсеһен яратмаһа, ул ҡатындарҙың икеһе лә унан ул тапһа, ә беренсе ир балаһы яратмаған ҡатынынан тыуһа,


Шулай итеп, Боғаз Рутҡа өйләнде. Улар ҡушылғандан һуң, Раббының рәхмәте менән Рут ауырға ҡалды һәм малай тапты.


Ханна ауырға ҡалды һәм, мәле еткәс, ир бала тапты. «Мин уны Раббынан һорап алдым», – тип, Шемуил тигән исем ҡушты.


Ошо бала өсөн доға ҡылғайным. Раббы үтенесемде ҡабул итте, һорағанымды бирҙе.


Ханнаға айырым өлөш бирә ине, сөнки Раббы Ханнаны түлһеҙ итһә лә, Әлҡана уны нығыраҡ ярата торғайны.


Раббының хәстәрлеге менән Ханна, ауырға ҡалып, өс ул, ике ҡыҙ тапты. Шемуил иһә Раббы хозурында үҫте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan