5 Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе.
Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.
Хужамдың ҡатыны Сара ҡартайғас ҡына уға бер ул табып биргәйне, бөтә мөлкәтен шул улына тапшырҙы.
Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре.
Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы.
Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!
Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.
Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.
Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.
Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?
Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ.
Һеҙ иһә, имандаштар, – Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар.
Алла Үҙенең бөтә тулылығының Мәсихтә йәшәүен,
Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.