Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 25:11 - Изге Яҙма

11 Ибраһим вафат булғандан һуң, Алла уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Ибраһим вафат булғандан һуң Раббы уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Ибраһим вафат булғандан һуң, Алла уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 25:11
11 Iomraidhean Croise  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


Шуға күрә Ҡадеш менән Бәрәд араһында ятҡан был ҡоҙоҡ «Беер-Лахай-Рои» тип атала.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.


Исхаҡ яңы ғына Беер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине.


Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ иген сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды.


Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Раббының исеме хәҙер ҙә, Мәңге лә мөбәрәк булһын!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan