Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 24:50 - Изге Яҙма

50 Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

50 Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

50 Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 24:50
15 Iomraidhean Croise  

Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.


Ҡыҙ өйөнә, әсәһе янына йүгереп ҡайтып, барыһын да һөйләп бирҙе.


Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын, әйҙә.


Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште.


Ләкин ҡыҙҙың ағаһы менән әсәһе: – Ҡыҙ беҙҙең менән ун ғына көн булһа ла торһон әле, шунан китерһегеҙ, – тинеләр.


Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр: – Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ, Мең булһын, ун мең булһын! Һинең балаларың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолаһын!


Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!» – тине.


Авшалом иһә Амнонға яҡшынан да, ямандан да бер ни ҙә әйтмәне, әммә һеңлеһе Тамарҙы көсләгән өсөн Амнонға нәфрәте сикһеҙ ине.


Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.


Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.


Түрәләр йыйылып миңә мәкер ҡора, Ә мин, ҡолоң, ҡағиҙәләрең хаҡында уйланам.


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә?


Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan