Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 21:8 - Изге Яҙма

8 Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 21:8
16 Iomraidhean Croise  

Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.


Тағы былай тине: – Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем!


Сара, Ибраһимдың мысыр Хәжәрҙән тыуған улының Исхаҡтан көлгәнен күреп,


Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо, улар ашаны-эсте.


Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе.


Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –


Авнер егерме кеше менән Хевронға килгәс, Дауыт улар хөрмәтенә мәжлес ойошторҙо.


Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.


батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында үҙенең вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо. Фарсы һәм Мадайҙың ғәскәр башлыҡтары, юғары ҡатлам кешеләре, өлкә башлыҡтары батша мәжлесенә йыйылды.


Нисек уның Раббыға ант иткәнен, Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә нәҙер әйткәнен.


Ло-Рухаманы имсәк ташлатҡандан һуң, Гомер йәнә ауырға ҡалып, ир бала тапты.


Бына Шимшондың атаһы ҡыҙҙы һората барҙы. Шимшон шунда йәштәргә хас булғанса мәжлес ойошторҙо.


Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен.


Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине.


Сабыйҙы имсәк ташлатҡас, Ханна, өс йәшлек үгеҙ, бер эфа он, бер турһыҡ шарап алып, улын Раббының Шилолағы йортона алып килде. Бала әле сабый ғына ине.


Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan