Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 21:6 - Изге Яҙма

6 – Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 – Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 21:6
17 Iomraidhean Croise  

Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Эстән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы.


Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел, Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына Һин Үҙеңдең исемеңде данла!


Юҡҡа ғына ҡара таңдан тороп Ҡара төнгә тиклем эшләйһегеҙ. Аҙап менән тапҡан икмәгегеҙҙе ашайһығыҙ – Раббы Үҙе яратҡанға йоҡлап ятҡанда ла бирә.


Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам.


Шул ваҡыт эсеңдән генә: „Быларҙы минең өсөн кем тыуҙырҙы? Мин бит балаһыҙ ҡалғайным, түлһеҙ инем. Һөргөнгә ҡыуылдым, алыҫҡа быраҡтырылдым. Кем үҫтергән һуң уларҙы? Япа-яңғыҙ ҡалғайным бит, Ҡайҙан килгәндәр һуң улар?“ – тип әйтерһең».


«Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –


«Улың тыуҙы!» – тип атайыма һөйөнсөләгән, Уны ҡыуандырған әҙәмгә ҡарғыш яуһын!


Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр.


Күршеләре менән туғандары, Раббының Әлисабетҡа оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанды.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.


– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan