Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 21:3 - Изге Яҙма

3 Ибраһим Саранан тыуған улына Исхаҡ тип исем ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ибраһим Саранан тыуған улына Исхаҡ тип исем ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ибраһим Саранан тыуған улына Исхаҡ тип исем ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 21:3
11 Iomraidhean Croise  

– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын.


Әммә Алла уға былай тине: – Улың тураһында ла, йәриәң тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, сөнки һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ.


– Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.


– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.


Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫел шәжәрәһе. Ибраһимдың улы Исхаҡ.


Ибраһим – Исхаҡтың, Исхаҡ – Яҡуптың, Яҡуп Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы;


Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ – Яҡупты, ә Яҡуп киләсәктә ун ике ырыу башлығы булып киткән үҙ улдарын сөннәтләгән.


Ибраһим нәҫеленән булғандарҙың һәммәһе лә уның ысын балалары түгел. «Һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ», – тигән бит Алла.


Әммә Мин һеҙҙең тәүатағыҙ Ибраһимды йылғаның аръяғынан алып сыҡтым. Уны оҙаҡ йөрөттөм – ул тотош Ҡәнғән илен урап сыҡты. Мин уның тоҡомон күбәйттем. Мин уға улы Исхаҡты бүләк иттем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan