Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 2:8 - Изге Яҙма

8 Раббы Алла көнсығышта, Ғедәндә, бер баҡса ултыртты һәм Үҙе яратҡан әҙәмде шунда урынлаштырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Раббы Алла көнсығышта, Ғедәндә, бер баҡса ултыртты һәм Үҙе яратҡан әҙәмде шунда урынлаштырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Раббы Алла көнсығышта, Ғедәндә, бер баҡса ултыртты һәм Үҙе яратҡан әҙәмде шунда урынлаштырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 2:8
12 Iomraidhean Croise  

Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.


Шулай итеп, Раббы Алла, үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен өсөн, Әҙәмде Ғедән баҡсаһынан сығарып ебәрҙе.


Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.


Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.


Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?


Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.


Харан, Канне, Ғеден ҡалалары, Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте.


Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.


Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.


Шунан, Ғедән ағастарының ҡайһыһы затлылығы һәм мөһабәтлеге менән һиңә тиң ине? Әммә хәҙер, Ғедән ағастары менән һин дә түбәнге донъяға төшөрөләсәкһең! Сөннәтһеҙ халыҡтар араһында, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән йәнәш ятасаҡһың. Фирғәүендең һәм уның өйөр-өйөр халҡының тәҡдире шулай“», – тип белдерә Раббы Хаким.


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan