Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 17:6 - Изге Яҙма

6 Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 17:6
15 Iomraidhean Croise  

Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.


Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр.


– Һинең менән төҙөгән килешеүем шул: һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың.


Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы һәм уға Реховоҫ тип исем ҡушты. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе», – тине.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.


Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.


Йософҡа былай тине: – Бер ваҡыт Лузда, Ҡәнғән ерендә, миңә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла күренде. Фатихаһын биреп, Ул:


«Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелек милек итеп һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.


Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.


Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan