Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 17:2 - Изге Яҙма

2 Мин һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нәсәбеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп итәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Мин һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нәсәбеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп итәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Мин һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нәсәбеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп итәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 17:2
14 Iomraidhean Croise  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.


– Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ һәм кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр менән килешеү төҙөйөм.


Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan