Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 15:2 - Изге Яҙма

2 Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 15:2
21 Iomraidhean Croise  

кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хова тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


– Бына, Һин миңә нәҫел насип итмәгәс, – тип дауам итте Ибрам, – хеҙмәтсем вариҫым була инде.


Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға сәфәр сыҡты.


Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,


Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.


Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?


Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте:


Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Уларҙың тоҡтарын күтәрә алған тиклем ашлыҡ менән тултыр. Һәр береһенең тоғоноң ауыҙына алып килгән көмөшөн кире һал.


Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.


Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе, ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы.


Аҡыллы хеҙмәтсе хужаһының боҙоҡ улынан өҫтөн булыр; мираҫтан да хужаның улдары менән бер рәттән өлөш алыр.


Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк.


Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.


Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.


Бында уға аҫабалыҡ та, аяҡ баҫыр ер ҙә бирмәгән, ләкин, ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары булмаһа ла, уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе милек итеп бирергә вәғәҙә иткән.


Хеҙмәтсе уға: – Был Ноғоми менән Моав иленән килгән Моав ҡыҙы ул, – тине. –


Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan