Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 14:13 - Изге Яҙма

13 Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп, ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп, ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 14:13
23 Iomraidhean Croise  

шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,


Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Минең менән яу сапҡан Ғанер, Әшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын, әйҙә.


Мамре имәнлеге янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


– Ант итәм, – тине Ибраһим.


Шунан һуң Ибраһим, Авимәләхкә ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө.


Беер-Шәвәғтә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимәләх менән уның ғәскәр башлығы Пихол пелештиҙәр еренә ҡайтып китте.


хеҙмәтселәрен саҡырып: – Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем.


Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!


Беҙҙең менән бергә һаҡсылар башлығының ҡоло булған йәш ғиври бар ине. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләнек. Ул беҙгә юраны, һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе.


Йософҡа ашарға айырым, ҡунаҡтарға айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар, сөнки мысырҙарға ғивриҙәр менән бергә ултырып ашарға ярамай, мысырҙар өсөн был ерәнгес һанала ине.


Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине.


Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята.


Асып ҡараһа, бала ята. Сабый буҫығып илай. Фирғәүен ҡыҙы баланы йәлләне. – Ғиври балаһы был, – тине ул.


Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


Был килешеү буйынса һәр кем ғивриҙәрҙән булған ир һәм ҡатын ҡолдарын азат итергә, йәһүҙи ҡәрҙәшен ҡол итеп тотмаҫҡа тейеш ине.


– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.


унан Негевты үтеп Ғанаҡ тоҡомдары Ахиман, Шешай һәм Талмай йәшәгән Хевронға барып еттеләр. (Хеврон Мысыр ҡалаһы Соғандан ете йыл алда төҙөлгәйне.)


Исраилдар әмөриҙәр батшаһы Сихонға: – Беҙгә үҙ ереңдән үтеп китергә рөхсәт итһәң ине, баҫыуҙарыңа ла, йөҙөм баҡсаларыңа ла тайпылмабыҙ, ҡоҙоҡтарыңдан эсмәбеҙ, ерҙәреңде үткәнсе Батша юлынан ғына барырбыҙ, – тигән үтенес менән илселәрен ебәрҙе.


Улар ғивриме? Мин дә! Исраилдармы? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә!


Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.


– Бында ғивриҙәр нимә эшләй? – тип һөйләнде пелешти башлыҡтары. Ахиш уларға: – Был Исраил батшаһы Шаулдың яраны булған Дауыт та инде! Бер йылдан ашыу ул янымда йөрөй. Шаулды ташлап килгәненән алып бөгөнгәсә бер ниндәй ҙә яманлығын күргәнем юҡ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan