Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 12:7 - Изге Яҙма

7 Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 12:7
55 Iomraidhean Croise  

Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.


Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Бар, был ерҙәрҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыҡ, сөнки Мин уларҙы һиңә бирәсәкмен.


Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Элек эшләгән ҡорбан усағы янына туҡтап, Раббы исеменә доға бағышланы.


Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Мамре имәнлеге янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Исхаҡ ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббы исеменә доға бағышланы, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште.


Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!


Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.


Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.


Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа, Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.


шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Ил-Бейт-Ил тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.


Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.


Был таштарҙан Раббы исеменә бағышлап ҡорбан усағы яһаны ла, уратып, ике сеа ашлыҡ һыйырлыҡ соҡор ҡаҙыны.


Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».


беҙгә нимә менән яуап ҡайтара? Улар Һин беҙгә милек итеп биргән ерҙән беҙҙе ҡыуырға тип килгән.


Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни?


Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы.


Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.


Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. –


Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла» исеме менән күрендем, ләкин уларға Үҙемдең «Раббы» исемем менән асылманым.


Улар менән килешеү төҙөнөм Мин, Ҡәнғән ерен – улар илгиҙәр булып ил гиҙеп йөрөп килеп ултырған ерҙе – бирергә һүҙ нығыттым.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


– Ер ырыуҙарҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленергә тейеш.


Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне.


Бында уға аҫабалыҡ та, аяҡ баҫыр ер ҙә бирмәгән, ләкин, ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары булмаһа ла, уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе милек итеп бирергә вәғәҙә иткән.


Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала.


Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Һеҙ иһә, имандаштар, – Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.


Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы,


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара.


Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.


Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне.


Ошо ваҡиғанан һуң Йушағ Ғевал тауында Исраил Аллаһы Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо.


Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.


Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan