Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 10:22 - Изге Яҙма

22 Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 10:22
19 Iomraidhean Croise  

Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине.


Бына Шемдың нәҫел шәжәрәһе: туфандан һуң ике йыл үткәс, Шемдың Арпахшад исемле улы тыуҙы.


Йәнә әйтте: – Шемдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ҡәнғән уға ҡол булһын.


Ашшур батшаһы Пул Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне.


Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Өс яҡтан халдейҙар һөжүм итеп, дөйәләрҙе ҡыуып алып китте, хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»


Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!


Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк.


Зимри, Ғелам, Мадайҙың барлыҡ батшаларына;


Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. „Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине.


Ләкин туҙҙырылырһың һин Ҡаин халҡы, Ашшур һине әсирлеккә алып киткәс».


Шелах – Ҡынан улы, Ҡынан – Арпахшад улы, Арпахшад – Шем улы, Шем – Нух улы, Нух – Ләмәх улы,


Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan