Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 1:11 - Изге Яҙма

11 Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 1:11
20 Iomraidhean Croise  

Ер үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.


Алла тағы ла былай тине: «Бына Мин һеҙгә орлоҡло бөтә үҫемлектәрҙе, эсендә орлоғо булған төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр.


Раббы Алла кешегә: – Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың,


ерҙә бер генә ҡыуаҡлыҡ та, бер генә үлән дә юҡ ине, сөнки Раббы Алла ергә ямғыр яуҙырмағайны әле. Тупраҡты эшкәртергә кеше лә юҡ ине.


Раббы Алла баҡсала тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында тормош ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасы бар ине.


Өҫтә икмәк үҫтергән ер Аҫта утта янып ирегән шикелле.


Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.


Һүҙен – Яҡуп нәҫеленә; Исраилға ҡағиҙә-хөкөмдәрен күндерҙе.


Үҫентеләр – тупраҡта, Сәселгән орлоҡтар баҡсала үҫеп сыҡҡан һымаҡ, Раббы Хакимдың да бөтә халыҡтар алдында Ғәҙеллек үҫтерәсәге һәм маҡтауға күмеләсәге хаҡ!


Бындай кеше һыу буйына ултыртылған, Тамырҙарын йылға яғына йәйгән ағасҡа оҡшаш. Ул көндөң эҫелегенән ҡурҡмаҫ, Япраҡтары һәр саҡ йәшел ҡалыр. Ҡоролоҡ йылында хәүеф белмәҫ, Емеш биреүҙән туҡтамаҫ.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?


Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала.


Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә.


Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер үҙен эшкәрткән кешегә уңыш бирһә, Алла фатихаһын ала.


Имандаштарым, инжир ағасында – зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Шуның кеүек, тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan