Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 9:2 - Изге Яҙма

2 Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 9:2
16 Iomraidhean Croise  

Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.


Содом менән Ғамораға, үҙәндең тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ерҙән, мейестән сыҡҡан һымаҡ, төтөн күтәрелә ине.


Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине.


Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай».


Кем дә кем йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмай, шул кисекмәҫтән янып торған мейескә ырғытыласаҡ.


Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.


Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.


Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер.


Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер,


Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табынған, уның исем тамғаһын ҡабул иткән һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.


Бишенсе фәрештә туҫтағын януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне,


Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.


Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.


Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Абаддон, ә грекса – Аполлуон.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan