Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 8:10 - Изге Яҙма

10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 8:10
21 Iomraidhean Croise  

үҙенең хәрби башлыҡтары һәм батыр яугирҙәре менән һөйләшеп, ҡаланан ситтәге һыу сығанаҡтарын быуҙырырға була.


Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ.


Эй һин, балҡыу йондоҙ, таң улы, Нисек күктән ҡолап төштөң? Эй һин, ҡәүемдәрҙе еңеүсе, Ергә төшөп, селпәрәмә килдең.


Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Ул ваҡытта Күктәр Батшалығы, ҡулдарына яҡтыртҡыс тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр.


– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. –


Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.


Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына табасаҡ ҡатын янына килеп баҫты.


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын Яратыусыға табынығыҙ! – тине.


Өсөнсө фәрештә туҫтағын йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде.


Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.


Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде.


Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде.


Йәһүҙәнән өс мең кеше Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып, Шимшонға: – Һин пелештиҙәрҙең беҙгә хакимлыҡ иткәнен белмәйһеңме ни? – тинеләр. – Нимә эшләнең һин беҙгә? Шимшон: – Улар минең менән ни эшләне, мин дә уларға шуны эшләнем, – тип яуап ҡайтарҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan