Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 16:2 - Изге Яҙма

2 Беренсе фәрештә барҙы ла туҫтағын ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Беренсе фәрештә барҙы ла кәсәһен ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Беренсе фәрештә барҙы ла туҫтағын ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 16:2
22 Iomraidhean Croise  

Үҙең иһә ауыр эс ауырыуына юлығырһың. Ул ауырыу көндән-көн аҙа барып, эсеңдәге бөтә ағзаларың ҡойолоп төшәсәк».


Ошоларҙан һуң Раббы уны ҡотолоп булмаҫлыҡ эс ауырыуына юлыҡтыра.


Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр».


Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр.


Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.


Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер.


Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр.


Раббы һине һәр төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлар. Мысырҙа күргән ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһен дә һеҙгә ебәрмәҫ. Был бәләләргә һиңә нәфрәт тотҡандарҙы дусар итер.


Ул, беренсе януар исеменән уның бөтә хакимиәте менән эш итеп, ерҙе һәм унда йәшәгәндәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.


Шул саҡ болотта Ултырыусы Үҙенең урағын ер өҫтөнә ырғытты һәм ерҙә уңыш урылды.


Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай тине: – Кем януарға һәм уның һынына табына, үҙенең маңлайына йәки ҡулына януар тамғаһы ҡабул итә,


Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.


ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән Күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды.


Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan