Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 16:1 - Изге Яҙма

1 Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Шунан һуң Алла Йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт кәсәһен ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 16:1
17 Iomraidhean Croise  

Уларға икмәк урынына күҙ йәше бирҙең, Туҫтаҡ тулы әсе йәш эсерҙең.


Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә, Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк. Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны, Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр, Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр.


Раббы етен кейемле кешегә: – Кирубтар аҫтындағы түңәрәктәр араһына ин дә, кирубтар араһында баҙлап ятҡан ҡуҙҙы услап алып, ҡалаға һип, – тине. Ул кеше күҙ алдымда инеп китте.


Шуға күрә өҫтәренә асыуымды түгәсәкмен, ярһыуым менән яндырып юҡ итәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең баштарына төшөрәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким.


«Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн, Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор».


Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Алла йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән: – Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.


Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан усағынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.


Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.


Етенсе фәрештә туҫтағын һауаға түкте: Алла йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.


Раббы һиңә әмер бирҙе. «Бар, залим ғәмәлектәрҙе харам ҡыл. Бөтәһен дә ҡырып бөтөргәнгә тиклем улар менән һуғыш», – тип һине яуға оҙатты.


Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan