Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 10:6 - Изге Яҙма

6 күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 10:6
14 Iomraidhean Croise  

Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.


Сөнки алты көн эсендә Раббы күкте һәм ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәләрҙе яратты, ә етенсе көндө ял итте. Шуға ла Раббы, шәмбе көндө мөбәрәк ҡылып, изге көн булараҡ айырҙы.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр.


Мин ҡулымды күтәреп һеҙҙе йәшәтергә ант иткән ергә Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа бер кемде лә индермәм.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


Эй күктәр һәм унда йәшәгәндәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, ҡаты асыу менән ярһып һеҙгә төштө.


Етенсе фәрештә туҫтағын һауаға түкте: Алла йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тере һыу шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan