1 Амиттай улы Юнысҡа Раббы һүҙе булды:
Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.
Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?
Юнысҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды:
Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.
Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк.