Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 5:10 - Изге Яҙма

10 Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 5:10
19 Iomraidhean Croise  

Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә, эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы.


Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым – Улар киҫәтеүҙе аңламаны. Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай, Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе.


Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.


Бынан һуң түрәләр менән халыҡ ҡаһиндарға һәм пәйғәмбәрҙәргә: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки ул беҙгә Аллабыҙ Раббы исеменән һөйләне, – тинеләр.


Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла пәйғәмбәрҙәр менән шулай эшләгән.


Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең.


Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.


Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуғанын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!


Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan